1. Һинең күҙҙәргә ҡарайым -
Зәңгәр күл кеүек тәрән.
Сихри моңло, сергә тулы
Һағыш та барын күрәм.
Ҡушымта:
Бер тултырып ҡараның,
Иркәләнең, наҙланың.
Күҙ нурҙарың алып килде
Миңә һөйөү наҙҙарын.
2. Ике күҙең – ике йондоҙ,
Балҡый күңелем түрендә.
Һөйөүең хаҡ исемеңде
Һаҡлайым йөрәк түрендә.
3. Һинең күҙҙәр ғашиҡ итте,
Йөрәгем һағышлана.
Тормош маяғы бул иркәм
Ғүмерем ағышында.