Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.
Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.
Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман шылтыр - шылтыр...
Күрәһең инде, йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.
Мостай Кәрим1960 йыл