Ҡояш йылыһын тоймаһа асылмай гөлдәр.
Айҙың йондоҙары булһа яҡтыраҡ төндәр.
Бер-беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бергә барыбер еңелерәк,
Донъялары нисек кенә ауыр булмаһын.
Пар ҡанаттарың һынмаһын,
Ғүмерҙәр зая уҙмаһын,
Кәкүктәр бар парлыларға ғүмер юраһын.
Ҡоштар ҙа бит яңғыҙ ғына оя ҡоралмай.
Йылға ла бит ике ярһыҙ йылға булалмай.
Алда әле, алда булһын бәхет-шатлығы,
Парлыларҙы көтөп торһон тигеҙ ҡартлығы.