Башҡорт - татар халыҡ йыры
Ҡарагат ҡара була,
Бөрлөгән ҡыҙыл була.
Һөйгәнеңде яттар алһа,
Күңелгә ҡыйын була.
Ҡарағат та түтәлдә,
Бөрлөгән дә түтәлдә.
Йәнем һөймәй, күңелем ятмай,
Һинән башҡа бүтәнгә.
Ҡарағат ашамайым,
Бөрлөгән ашамайым.
Өҙөлөп һөйгән йәркәйемде
Мәңгегә ташламайым.
Ҡарағат ашамайым,
Бөрлөгән ашамайым.
Ҡарағаттай, бөрлөгәндәй
Бергә бергә йәшәрбеҙ