1.Бер ҡыҙ бала йыр сығарған,
Бағышлап әсәһенә.
Икәү бергә йырлайыҡ, тип
Өйрәткән энеһенә:
«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
Мәңге нур һибә.
Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
Әсәйем, һиңә».
2.Йырҙы шишмәләр ишеткән,
Ҡоштар отоп алғандар.
Һандуғастар һәм турғайҙар
Матур көйгә һалғандар:
«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
Мәңге нур һибә.
Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
Әсәйем, һиңә».
3.Ҡушыл һин дә, йырлайыҡ бергә,
Яңы, матур йыр тыуһын.
Ерҙә әсәйҙәр ҡояштай
Оҙон ғүмерле булһын.
«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый,
Мәңге нур һибә.
Ҡояш ғүмерен теләйем мин,
Әсәйем, һиңә».