1)Аҡҡоштар төшкән күлгә,
Парлап-парлап йөҙөргә.
Күҙем төштө һылыу ҡыҙға,
Нисек кенә түҙергә.
Припев:
Аҡҡошом, аҡҡошом,
Аҡҡошом тейем, һиңә.
Көтәм, матур һүҙҙәр менән,
Яуап бирерһең миңә.
2)Мөхәбәткә тоғро ҡоштар,
Улар-һылыу аҡҡоштар.
Минең теләк, бәхет менән,
Үрелһендәр яҙмыштар.
(Автор слов: Гульфия Шакирова)